12+  Свидетельство СМИ ЭЛ № ФС 77 - 70917
Лицензия на образовательную деятельность №0001058
Пользовательское соглашение     Контактная и правовая информация
 
Педагогическое сообщество
УРОК.РФУРОК
 
Материал опубликовала
Зайтуна243
Россия, Башкирская респ., Сибай

әМуниципаль мктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

«Бала үҫтереү үҙ!ге – «Айгөл» балалар баҡсаһы

Сибай ҡалаһы округы хәкимиәтенең мәғәриф бүлеге

Лексик – грамматик һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү

буйынса фронталь д8рес яҙмаһы

тема:

Йәшелсәләр

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөм

                                                                                                   Әҙерләне:

                                                                                         Уҡытыусы – логопед:

                                                                                  Акназарова З.Х.

Сибай ҡ.

Маҡсат:

Коррекцион өйрәтеү маҡсаты: йәшелсәләрҙе танып белергә, атап әйтергә, айырырға, төркөмләргә өйрәтеү. «Йәшелсәләр» төшөнсһен аңлатыу.Тулы һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеүҙе дауам итеү. Балаларҙың телмәрендә ярҙамсы һүҙ8рҙе дөрөҫ ҡулланыу (рәүештәр: алдында, артында) . Схема һүрәткә таянып бәйләнешле хикәйә төҙөп һөйләргә өйрәтеү.

Коррекцион үҫтереү маҫсаты: балаларҙың йәшелсә темаһы буйынса һүҙлек байлығын үҫтереү. хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләүҙе үҫтереү. Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү.

Коррекцион тәрбиәләү маҡсаты: дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, дуҫлыҡ тойғолары уятыу.

һүҙлек:

Исемдәр: борос, һарымһаҡ, уңыш, баҡса,ҡыйяр, картуф, сөгөлдөр, помидор, кишер, һуған, шалҡан, кәбеҫтә, редиска.

Сифаттар: тәмле, файҙалы, оҙонса, сөсө, әсе, тоҙло.

Ҡылымдар: йолҡоу, ҡаҙыу, ҡырҡыу, сәсеү, үҫтареү, тоҙлау, ултыртыу,

Йыһазландырыу: йәшелсә төрҙәре, схема һүрәт, дәфтәрҙәр, ҡәләмдәр, экран, йәшелсә муляждары, кәрзидәр.

 

Дәрес барышы.

Ойоштороу ваҡыты:

Ҡәғиҙә. Көн һайын бөтә ерҙә 

            Өйә һ8м уйында

            Дөрөҫ, асыҡ һәйләшәбеҙ

            Бер ҡайҙа ла ашыҙмайбы0.

Экран да нимә төшөрелгән? (баҡса - 1 слайд).

Баҡсала нимә генә юҡ!

Был нимә? (ҡыйяр, картуф, сөгөлдөр, помидор, кишер, һуған,шалҡан, кәбеҫтә, һарымһаҡ, баклажан, ҡабаҡ, …һ.б.)

Бер һүҙ менән нимә тип әйтәбеҙ? (йәшелсәләр)

Кем белде, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәбеҙ?

Артикуляция күнегеүҙәр.

Дуҫтар менән баҡсаҙа

Татыу атлап барабыҙ «Йылмайыу», «Торба»

Йәшелсәләр бик күп унда «Көрәк», «Кәтүк»

Кәрзиндәргә йыйябыҙ «Сынаяҡ»

Күҙҙәр менән йәшелсәне

Уңдан, һулдан эҙләйбеҙ

Йыйған йәшелсәне йыуып «Теш таҙартыу»,

 Тәмләп, ашайбыҙ «Тәмле варенье»

3. «Иғтибарлы бул» уйынын уйнау

Мин һеҙгә төрлө һүҙҙәр әйтәм, ә һеҙ йәшелсәне ишетһәгеҙ сәпәкәй итерһегеҙ.

Алма, әфлисун, картуф

Помидор, сейә,сөгөлдөр,

Ашҡабаҡ, һуған, банан.

Мандарин, кишер, шалҡан.

4. «Мин һиңә - һин миңә» уйынын уйнау. (туп менән уйнау)

Мин һеҙгә һорау бирәм, ә һеҙ яуабын әйтегеҙ.

һин картуфты нисек алаһың? (…ҡаҙып …)

һин нимәне ҡырҡып алаһың? (…кәбеҫтәне… )

Сөгөлдөрҙе, шалҡанды, редисканы нисек алаң? (… йолҡоп…)

Помидорҙы, боросто нисек алаһың? (… өҙөп…)

һин борсаҡты нисек алаһы? (…өҙөп…)

Ниндәй йәшелсәне өҙөп алаһың? (Шалҡанды …)

Афарин. әйҙәгеҙ йыйып алған йәшелсәләрҙе машынаға тейәйбеҙ.

5. «Йәшелсәләр тейҙйбеҙ» уйынын уйнау. (2 слайд)

һүрәтәрегеҙҙә ике тәгәрмәсле һәм өс тәгәрмәсле машина

төшөрөлгөн. Ҡәләмдәр алығыҙ, ике ижекле йәшелсәне ике

тәгәрмәсле машынаға тейәгеҙ.өс тәгәрмәсле машынаға өс

ижекле йәшелсәне тейәгеҙ.

Һин ниндәй йәшелсәне тейәйңе6?(Сөгөлдөрҙе нидәй машынаға

тейәйһең? өс тәгәрмәсле машынаға, сөнки… )

6. «Йәшенмәк» уйынын уйнау (3 слайд)

Кишер һәм һарымһаҡ нимә артына йәшенгән? (Кишер һәм

һарымһаҡ борос артына йәшенгән)

Картуф алдында нимә йәшенгән? ( Картуф алдында кукуруз менән

ҡыяр йәшенгән)

Кәбеҫтә нимә артында йәшенгән? (Кәбеҫтә баклажан

артында йәшенгән)

Баклажан артында таәы нимә йәшенгән? (Баклажан артында

сөгөлдөр йәшенгән?

Йәшелсәләрҙе эҙләп арып китек. Ял итеп алайыҡ.

Ял минуты. «Балалар»

Балалар, балалар

Баҡса буйлап баралар

Тирә яҡҡа ҡарайҙар

Шалҡанды ла эҙләйҙәр

һуғанды ла йолҡалар

Картуфты ла ҡаҙалар

Ял итеп тә алдылар

Шым ғына ултыралар.

7. «Иғтибарлы бул» уйынын уйнау.

Балалар, картуф шалҡан, һуған һүҙендә ниндә бер үк өн

ишетелә? (һүҙынҡы«А» өнө ишетелә)

Бөтә һүҙҙәрә «А» өнө ҡайҙа ишетелә?

8. «Бер һәм күп» уйынын уйнау

Әйҙәгеҙ «йәшелсә магазинына» йәшелсә һатып алырға барайыҡ

Мин бер помидор һатып алам. һин? (Мин күп помидорҙар …)

9. Схема ярҙамында хикәйә төҙөп кишер тураһында һөйләү. (4 слайд)

10. Йомғаҡлау.

Балалар беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләштек?

Балаларҙың эшенә баһа биреү.

Өйгә эш. Дәфтәрҙәрегеҙә йәшелсәләр төшөрөлгән (5 слайд)

Нөктәләр өҫтөнән йөрөтөп, йәшелсәләрҙе йый.

«Нимә артыҡ уйынын уйнарһығыҙ»

 Экран

1 Слайд


 

2 Слайд

3 Слайд

 

4 Слайд

                                                                       
5 Слайд

 

 

Нөктәләр өҫтөнән йөрөтөп, йәшелсәләрҙе йый.

                                                                        

Ҡаҙып                                       Ҡырҡып                       Өҙөп                               Йолҡоп

 Картинки взяты из учебно методического пособия "Мир растений и грибов" Галанов А. С.. 2005, и из разных интернет ресурсов

Опубликовано в группе «УРОК.РФ: группа для участников конкурсов»


Комментарии (0)

Чтобы написать комментарий необходимо авторизоваться.